Шоңҡар
+27 °С
Ясно
Новости
29 Октября 2019, 09:00

Әлфиә Мостай ҡыҙы: "Мин дә һеҙҙең театрҙа уйнарға теләр инем!"

Әлфиә Мостай ҡыҙы: "Мин дә һеҙҙең театрҙа уйнарға теләр инем!"#Шоңҡаржурналы

Өфөлә бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәрим көндәре дауам итә.


Кисә М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның "Ҡорос" халыҡ театры шағирыбыҙҙың 100 йыллығына әҙерләгән тамашаны ҡарарға насип булды. Был юлы инде "Ҡорос"тарҙың бер ағзаһы булараҡ түгел, ә журналист булараҡ, ҡыҙыҡ та, үкенес тә... Иптәштәремде залдан күҙәтеүемә әсенеп тә ҡуйҙым хатта.


Шиғыр-йыр менән һуғарылған ябай ғына лирик драма ни бары бер сәғәт дауам итте, ә шул бер сәғәткә әллә күпме ғүмерҙәр һыйған, унда мәңгелек мөхәббәт урын алған... Мостай Раузанан һеңдергән йыр тамашасыларҙың да күңеленә һеңде, йөрәктәренә үтеп инде. Ғүмерлеккә етерлек йыр... Ысынлап та, артист студенттарҙың ихлас, бирелеп уйнауы, шағирыбыҙҙы яратыуҙары бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Йәшкәҙәгән күҙҙәр, оҙайлы алҡыштар театрҙың ҡуйған маҡсатына ирешеүе хаҡында һөйләйҙер. Әлфиә Мостай ҡыҙы буласаҡ уҡытыусыларға һәм уларҙың етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Лоҡмановҡа: "Мин һеҙгә көнләшәм. Студент йылдарыма әйләнеп ҡайтҡандай булдым, мин дә һеҙҙең театрҙа уйнарға теләр инем!" - тип рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.


Афарин, "Ҡорос"тар!

Читайте нас