Шоңҡар
+25 °С
Ясно
Новости
29 Октября 2019, 08:58

Сәләм бирә беләһегеҙме?

Сәләмләшә беләһегеҙме?

Бер ваҡыт берәү Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең өйөнә килеп: "Инергә мөмкинме?" - тип рөхсәт һорай. Мөхәммәт (с.ғ.с.) үҙенең хеҙмәтселәренә: "Бар, сыҡ та был кешегә рөхсәт һорау тәртибен аңлатып бир. "Әс-сәләмә-ғәләйкүм! Өйөгөҙгә инергә мөмкинме, тип һораһын", - тип әйтә.

Мөхәммәт (с.ғ.с.) мосолмандарға ете нәмәне эшләргә бойорған:

*Ауырыуҙың хәлен белеп тороу;

*Мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа булышыу;

өскөргән кешегә "Йәрхәмбикәллаһ!" (Аллаһы үҙеңде ярлыҡаһын!) тип изгелек теләү;

*Зәғифтәрҙе яҡлау, йәбер-золом күргәндәрҙе ярҙамыңдан ташламау;

*"Сәләм" һүҙен таратыу;

*Саҡырғанды ҡабул итеү;

*Ант иткән кешегә биргән антын үтәүҙә ярҙамлашыу.

Осрашҡан ваҡытта мосолмандар, ғәҙәттә, бер-береһе менән ҡул бирешеп күрешә. "Ике мосолман ҡул бирешеп күрешкәндә ҡулдарын бер-береһенән айырылғанға тиклем уларҙың кескәй гонаһтарының бөтәһе лә ярлыҡаныр", - тигән Мөхәммәт (с.ғ.с.).

Был йәһәттән Имам Хөсәйен әйтеп ҡалдырған һүҙҙәр бик фәһемле: "Сәләм биреү 70 сауап менән бүләкләнә. Сауаптарҙың 69-ы беренсе булып сәләм биргән кешегә, береһе - сәләмгә яуап ҡайтарғанға".

Күреүегеҙсә, сәләмләшеү ябай ғына ғәҙәт түгел. Көнөнә әллә нисә тапҡыр ҡабатланған иҫәнләшеү һүҙҙәренең мәғәнәһе ҙур. һәр тәрбиәле кеше быны белергә һәм үтәргә тейеш.

"Сәләм"ле, сәләмәтле булайыҡ!
Читайте нас