Шоңҡар
+27 °С
Облачно
Новости
30 Октября 2019, 07:59

Алтынсы класс уҡыусыһы Реналь Хәбиров үҙенсәлекле балалар өсөн шәхси үҙәк асасаҡ

Алтынсы класс уҡыусыһы Реналь Хабиров үҙенсәлекле балалар өсөн шәхси үҙәк асасаҡ

6 ноябрҙә Туймазы ҡалаһында "Уйнай өйрәнәм" тип аталған үҙәк үҙ ишектәрен асасаҡ. Үҫмер бала ракеталар төҙөү, ваҡ моториканы үҫтереү буйынса күнегеүҙәр, төрлө оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә һәм шулай уҡ дәрестәренә билдәле кешеләрҙе лә йәлеп итергә ниәтләй.


12 йәшлек Реналь — «Импульс» тип аталған ирекмәндәр командаһының иң йәш ағзаһы, «кескәй эштәрҙең» «3D» ирекмәндәре проектының призеры, 2019 йылдың Йәйге ирекмәндәр уйынының еңеүсеһе. Уның әлеге проектын ата-әсәһе лә, район хакимиәте лә хуплай һәм ярҙам итергә вәғәзәләй.


Сентябрь айында Реналь «Автоҡаласыҡ — юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге нигеҙе» проектын тормошҡа ашырыу өсөн грант отҡан. Киләһе йылдың яҙ айҙарында Туймазы ҡалаһында заманса автоҡаласыҡ төҙөү ҡаралған. Унда килгән һәр бала үҙен ЮХХДИ хеҙмәткәре, водитель һәм башҡа юл хәрәкәте ағзаһы ролендә һынап ҡарай аласаҡ.


Ә һеҙ 12 йәшегеҙҙә ниндәй пландар менән янып йәшәй инегеҙ?
Читайте нас