Ҡаҙаҡ ижадсыһы Олжас Жанайдаровтың башҡорт, ҡаҙаҡ, нуғай һәм башҡа төрки халыҡтар өсөн уртаҡ булған “Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосына нигеҙләнеп яҙылған “Иҙеүкәй” драмаһы буйынса билдәле режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуясаҡ сәхнә әҫәрендә башҡорт бейҙәре Шәғәли, Ҡотло, Келәйлеләрҙең Алтын Урҙа осорондағы тормошо, Туҡтамыш хан, Аҡһаҡ-Тимерҙәр менән мөнәсәбәттәре генә түгел, йән әрнеткес мөхәббәт тарихтары ла урын аласаҡ тип көтөлә. Креатив ҡарашлы Илсур Ҡаҙаҡбаев атаҡлы Иҙеүкәй менән Мораҙымды башҡортттоң яҙмышын хәл иткән батырҙар итеп күтәрерме, әллә тарихҡа бүтәнсә ҡараш ташлармы, уныһы әлегә сер булып тора.