«Ҡурай» телеканалы иғлан иткән «Ҡурай даны» конкурсында етмештән ашыу кеше ҡатнашҡан. Премияға «Ер кешеһе», «Һөнәр оҫтаһы», Эшлекле ханым», «Йыл меценаты», «Ҡул оҫтаһы», «Миһырбанлы ғаилә», «Ижади ғаилә», Ҡәләм оҫтаһы», «Йыл йырсыһы», «Иң шәп клип төшөрөүсе» тигән номинациялар индерелгән. Улар үҙ эшенең оҫталары, балалары янына тағы тәрбиәгә сабыйҙар алыусы ғаиләләр, ҡаршылыҡтарҙы йырып һәр ваҡыт алға барыусылар, башҡаларға ярҙам итеүселәр, бер һүҙ менән әйткәндә, өлгө, дан булырҙай кешеләр.