Шоңҡар
+19 °С
Ясно
Новости
31 Октября 2019, 16:22

Билдәле спортсы эш хаҡының яртыһын ветерандарға күсерергә ҡарар иткән

Билдәле спортсы эш хаҡының яртыһын ветерандарға күсерергә ҡарар иткән.

Шәп спортсы ғына түгел, шәп кеше лә... Биатлон буйынса Олимпия уйындары чемпионы, билдәле Антон Шипулин ҙур спорттан киткәс, Свердловск өлкәһенең депутаты итеп һайланды. Спортсы ярты эш хаҡын Серов ҡалаһының ветерандар ойошмаһына күсерергә ҡарар итте.


«Мин Серов ҡалаһы округының ветерандар союзы менән килешеү төҙөп, уларға эш хаҡымдың яртыһын күсерәсәкмен. Маҡсатым — өлкән быуын кешеләргә ярҙам итеү. Сөнки улар беҙҙе үҫтерҙе, белем бирҙе, илебеҙгә һөйөү уятып, киләсәккә ышаныс бирҙе. Беҙ уларға рәхмәтле булырға тейешбеҙ һәм киләсәк быуынды ошо юҫыҡта үҫтерергә тейешбеҙ», — тине күптәрҙең һөйөүен яулаған спортсы.
Читайте нас