Тәбиғәтте күҙәтеү — быуын-быуындан килгән ғәҙәт, сөнки бик боронғо замандарҙан алып кешенең тормошо тәбиғәт күренештәренә бәйле булған. Хәҙер ҙә игенселек һәм баҡсасылыҡтағы отоу-отолоуыбыҙ күп осраҡта йылдың нисек килеүенә, һауа торошона, яуым-төшөмдөң булыу-булмауына бәйләнгән. Күп йылдар һыналып килгәнгә күрә лә халыҡ һынамыштарының күбеһе ысынға тура килә.
Ә бына бөгөн аяҡ баҫҡан ноябрь айы тураһындағы һынамыштар ни һөйләй?
Ноябрҙең туғыҙында бәҫ булһа - һыуыҡҡа, томан булһа - йылыға.
Сейә яптаҡтарын ҡоймай тороп, күпме ҡар яуһа ла, барыбер иреп бөтә.
Ағас япраҡ ҡоймайынса, ҡар ятмай.
Ағастың һарыһы сыҡмайынса, ҡыш булмай.
Көҙ көнө ҡоштар түбән осһа - ҡыш һалҡын, юғары осһа - ҡыш йылы килә.
Ҡар ныҡлап 27 ноябрь тирәһендә ята.
Бәшмәк уңмаһа, ҡыш ҡарлы һәм ҡаты була.
4 ноябргә тиклем ҡыш түгел, унан һуң көҙ түгел.
4 ноябрҙә көн илап тора икән, ямғыр артынан уҡ ҡыш та килә.
5 ноябрҙә ҡар бөртөктәре күренһә, 22 ноябрҙә ҡыш урынлаша.
8 ноябрҙә ҡар ятһа, яҙ һуң килә.
24 ноябрҙә ағастарҙа бәҫ булып, 26 ноябрҙә ерҙе ҡар ҡаплаһа, ныҡлы сана юлы тиҙ генә тиҙ генә булмай: епшек көндәр 4 декабргә тиклем һуҙыла һәм көҙгө юл өҙөклөгө һаҡлана.
27 ноябрҙә бәҫ булһа - һолоноң уңыуына.
28 ноябрҙә яуған ҡар яҙһыҙ иремәй.