Шоңҡар
+27 °С
Облачно
Новости
1 Ноября 2019, 07:13
Этнодиктантҡа ашығығыҙ!
Этнодиктантҡа ашығығыҙ!
Бөгөн барлыҡ Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған “Ҙур этнографикдиктант” үтәсәк. Акцияны ойоштороусылар ҡатнашыусыларҙың белем кимәлен баһалауҙы йәки асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуймай, киреһенсә, һеҙ үҙегеҙҙең мөмкинлектәрегеҙҙе барлайһығыҙ.
Башҡортостанда ҙур этнографик диктантты 55 майҙансыҡта яҙырға була. Киң масштаблы был акция илдә дүртенсе йыл рәттән үткәрелә. Ул халыҡтың этнографик грамоталылығын, Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтар тураһындағы белеме кимәлен баһалау мөмкинлеге бирәсәк.
Диктант 30 һорауҙан торасаҡ: 20 һорау дөйөм, 10-һы үҙегеҙ йәшәгән төбәккә бәйле буласаҡ. Диктантты яҙыуға 45 минут ваҡыт биреләсәк. Бөтә һорауҙарға ла дөрөҫ яуап бирә алғандар 100 балл аласаҡ.
Әгәр диктантты төрлө сәбәптәр буйынса төбәк майҙандарында яҙа алмайһығыҙ икән, 1-нән 4 ноябргә тиклем сараның
www.miretno.ru
рәсми сайтында онлайн-тест булараҡ үтергә мөмкин.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"