Шоңҡар
+27 °С
Облачно
Новости
1 Ноября 2019, 06:06

Санкт-Петербург архивтарының береһендә Владимир Путиндың элекке ҡылыҡһырламаһын күрһәткәндәр

Санкт-Петербург архивтарының береһендә Владимир Путиндың элекке ҡылыҡһырламаһын күрһәткәндәр. #ВладимирПутин

Санкт-Петербургта Үҙәк дәүләт тарихи-сәйәси документтар архивында Владимир Путиндың ҡылыҡһырламаһын күрһәткәндәр. 1975 йылда Владимир Путин Дәүләт хәүефһеҙлеге комитеты идараһында комсомолға ингән. "Дәүләт хәүефһеҙлеге органдарында эшләү дәүерендә В. В. Путин үҙен тырыш, тәртипле һәм намыҫлы хеҙмәткәр итеп күрһәтте. Иптәштәре араһында абруйы ҙур", — тиелә ҡылыҡһырламала.

Шулай уҡ Путиндың дзюдо һәм самбо буйынса СССР-ҙың спорт мастеры булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алына.

Владимир Путин Дәүләт хәүефһеҙлеге органдарында юридик факультетты бөткәс эшләй. 1991 йылда унан китә. 1985-1990 йылдарҙа Германияла хеҙмәт итә.

Был документ серле түгел, комсомолдың ғәҙәти ҡылыҡһырламаһы.

"XX-XXI быуаттағы Ватан тарихының атаҡлы дәүләт эшмәкәрҙәре" тип исемләнгән күргәҙмәне ҡарарға килеүселәр шулай уҡ Валентина Матвиенко, Михаил Горбачев, Юрий Гагарин, Юрий Курчатов, Максим Горький, Казимир Малевичтарҙың һ.б. хаттары, фотоһүрәттәре һәм документтары менән таныша ала.
#ВладимирПутин


Читайте нас