Республика синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 1 ноябрҙәболотло һауа торошо, бер аҙ ҡар, юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын.
Һауа температураһы көндөҙ — минус 1-6 градус.
2 ноябрҙә синоптиктар урыны менән бер аҙ ҡар, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ фаразлай. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын.
Һауа температураһы төндә — 4-9, аяҙытҡанда 15 градусҡаса һалҡын. Көндөҙ — 0-дән минус 5-кә тиклем.
3 ноябрҙә республикала йәнә урыны менән бер аҙ ҡар, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын.
Һауа температураһы ла үҙгәрмәй: төндә — 4-9, аяҙытҡанда 15 градусҡаса һалҡын. Көндөҙ— 0-дән минус 5-кә тиклем.
Уҙған йылдар мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала ҡар, ғәҙәттә, 7-10 ноябрҙә ята.