Шоңҡар
+30 °С
Облачно
Новости
1 Ноября 2019, 15:25

Юғалған ирҙе һәм уның улдарын Ырымбурҙа күргәндәр...

Юғалған ирҙе һәм уның улдарын Ырымбурҙа күргәндәр...

Өфө ҡалаһында йәшәүсе Артем Мазов ике улы менән 26 октябрҙә юғалған, 29 октябрҙән уларҙы эҙләү иғлан ителгән. Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тәфтиш комитетында хәбәр итеүҙәренсә, ир ҡатыны менән талашҡандан һуң, улдарын алып сығып киткән. Бына нисәнсе көн ғаиләнең яҙмышы хаҡында бөтә Башҡортостан халҡы борсола.


Кисә 37 йәшлек ирҙе ике улы менән Ырымбур кибеттәренең береһендә күргәндәр, фотоһын тиҙ арала интернет селтәренә таратҡандар. Был хәбәрҙең ялған булыуы ла бар, сөнки фотолағы малайҙар йәшкә өлкәнерәк күренә, әлегә хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшереү эштәре алып бара.


Әгәр күреүселәр булһа, киләһе телефон һандары буйынса хәбәр итегеҙ: Республика эске эштәр министрлығы (279-39-02, 8 (347) 279-48-70, 238-02-22)

Артем Мазов: 35 йәшлек ир уҙаманы, буйы - 186 см., ябыҡ кәүҙәле, һоро күҙле. Ҡара куртка, күк джинсы, һоро ботинкала.


8 йәшлек Илья Мазов: 138 см., ябыҡ кәүҙәле, һары сәсле, һоро күҙле, ирененең уң яғында миңе бар. Йәшел куртка, күк джинсы, зәңгәр шапка, күк кроссовки.


5 йәшлек Вячеслав Мазов: 116 см., тулы кәүҙәле, һоро күҙле, һары сәсле. Күк куртка, ҡара джинсы, һоро ботинка, зәңгәр шапка.


Читайте нас