Шоңҡар
+19 °С
Ясно
Новости
1 Ноября 2019, 19:14

Мәскәүҙә Федерация Советында ғаиләһен янғындан ҡотҡарыусы Архангел егете Александр Маскалевты бүләкләнеләр

Мәскәүҙә Федерация Советында ғаиләһен янғындан ҡотҡарыусы Архангел егете Александр Маскалевты бүләкләнеләр.

Мәскәүҙә Федерация Советында кешеләрҙе фажиғәнән ҡотҡарыуҙа ҡыйыулыҡ күрһәткән балаларҙы бүләкләү тантанаһы үтте. «Рәсәй гвардияһы» тарафынан ойошторолған патриотик сараға Башҡортостан вәкилдәре лә саҡырылды. Архангел районында йәшәүсе 17 йәшлек Александр Маскалевҡа ла юғары награда тапшырылды.
Апрелдә егет үҙ ғүмерен үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ут ялмап алған йорттан әсәһен һәм кескәй туғандарын ҡотҡарғайны. Үҫмерҙең ҡыйыулығы ил кимәлендә билдәләнде. Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан ойошторолған тантанала төрлө төбәктәрҙә йәшәгән ике йөҙҙән ашыу бала бүләкләнде.
Республика етәкселеге тарафынан Сашаның ғаиләһенә ярҙам күрһәтеләсәк. Янғын ваҡытында уларҙың йорто тулыһынса янып бөтә, яңы торлаҡта йылылыҡ үткәреү буйынса тотҡарлыҡтар бар. Тиҙ арала был мәсьәлә хәл ителәсәк.
Читайте нас