Шоңҡар
+19 °С
Ясно
Новости
1 Ноября 2019, 20:32

"Ғүмер ике генә кис ул, ике генә кис ул, эй, кешем” республика видеоконкурсында кемдәр еңде?

Хөрмәтле дуҫтар, ниһайәт, талантлы шағир Рәйес Түләктең 60 йыллығына арналған “Ғүмер ике генә кис ул, ике генә кис ул, эй, кешем” республика видеоконкурсына йомғаҡ яһалды! Рәйес Түләктең ижадын бихисап замандаштарыбыҙ үҙ итә икән, жюри ағзаларына 126 эштән иң-иңдәрен һайлап алыуы бик ауыр булды.

Хөрмәтле дуҫтар, ниһайәт, талантлы шағир Рәйес Түләктең 60 йыллығына арналған “Ғүмер ике генә кис ул, ике генә кис ул, эй, кешем” республика видеоконкурсына йомғаҡ яһалды! Рәйес Түләктең ижадын бихисап замандаштарыбыҙ үҙ итә икән, жюри ағзаларына 126 эштән иң-иңдәрен һайлап алыуы бик ауыр булды.
Уларҙың фекеренсә, бында һәр шиғыр һөйләүсе йөрәгендә ҡояш, күңелендә яҡтылыҡ йөрөтә, һәр береһе еңеүгә лайыҡ. Шулай ҙа улар яңынан-яңы ҡарап, һәр сығышҡа ныҡлы иғтибар биреп, иң-иңдәрҙе һайлап алырға тырышты.
Жюри фекеренә таянып, призлы урындарға һәм дәртләндереү бүләгенә дәғүә итеүсе ун еңеүсе исемен яҙабыҙ. Урындар билдәле. Кемдең ниндәй урын алыуы 13 ноябрҙә Баймаҡ мәҙәниәт йортонда үтәсәк бүләкләү тантанаһында халыҡҡа билдәле буласаҡ!
Әлимә Вилданова, Сибай ҡалаһының "Әкиәт" балалар баҡсаһы;
Радик Өмөтҡужин, Әбйәлил районы;
Варис Исҡужин, Мәскәү ҡалаһы;
Ҡолғарина Рәмзилә Азамат ҡыҙы, Ейәнсура районы Ибрай урта мәктәбенең X класс уҡыусыhы;
Миләүшә Ямалова, Баймаҡ районы, Билал ауылы;
Мансурова Ынйы Таймас ҡыҙы, М.Аҡмулла ис. БДПУ-ның беренсе курс студенты;
Ләйсән, Гөлфирә һәм Нәфисә Мостафиндар;
Салауат Шәмсетдинов, Бөрйән районы;
Мәҙинә Туйсина, Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылы;
Венер Фәйзуллин, Бөрйән районы.
Афарин! Барығыҙға ла оло рәхмәт! Шулай уҡ Сибай ҡалаһынан Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейының башланғыс кластар уҡытыусыһы Лилиә Ишбирҙинаға, Баймаҡ районы Кәрешкә дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Яңылбикә Вәлишинаға, Ғафури районынан Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыларына һәм Баймаҡ телевидениеһы хеҙмәткәре Айгөл Иҙелбаеваға рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе юллайбыҙ. Иң әүҙем ҡатнашыусылар бына ошо район-ҡалаларҙан булды, уларға рәхмәт хаттары барып етәсәк.
Читайте нас