Өфөлә Мазовтар ғаиләһен эҙләү дауам итә, йөҙәрләгән ирекмәндәр, хоҡуҡ һаҡлау органдары... Хәҙер был эшкә тағы ла Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәре килеп ҡушылды. Бар республика халҡы был ғаиләнең яҙмышы өсөн борсола.
Улдары менән сығып олағыр алдынан Артем ҡатыны менән ныҡ ҡына ирешеп ала, ғаиләләге шул талаш әлеге ҡот осҡос хәлгә сәбәпсе булып тора ла инде. Ир уҙаманы балаларҙы саф һауаға алып сығып киләм тигән һылтау менән, һыуға төшкән кеүек юҡ була. Балалар ҙа юҡ, үҙе лә...
Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәре ҡушылғас, табылырҙар тип ышанайыҡ.