Шоңҡар
+15 °С
Облачно
Новости
4 Ноября 2019, 07:54

Республика Башлығы грантына Ырымбур өлкәһе Ҡыҙыл гвардия районында башҡорт бейеүҙәрен өйрәнеү ойошторола

Республика Башлығы грантына Ырымбур өлкәһе Ҡыҙыл гвардия районында башҡорт бейеүҙәрен өйрәнеү ойошторола.

Республика Башлығы грантына Бөтә донъя башкорттары ҡоролтайы тарафынан Ырымбур өлкәһе Ҡыҙыл гвардия районында башҡорт бейеүҙәрен өйрәнеү ойошторола.


Ейәнсура районынан балетмейстер, бейеү оҫтаһы Азамат Кәримов Үрге Ильяс ауылында оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә. Бер юлы өс коллектив менән шөғөлләнә. “Ялҡын” һәм “Сәлимәкәй” исемле фольклор коллективтары төрлө хәрәкәттәр буйынса мастер кластар үтһә, бәләкәй төркөм “Яулыҡ менән бейеү”ҙе өйрәнә. Оло төркөмгә Азамат Кәримов “Әхирәттәр” һәм башҡорт лирик бейеүен ҡуя. Милли бейеҙәр буйынса шөғөлләнеү Үрге Ильястан һуң Иҫке Юлдаш ауылында дауам итә.
Читайте нас