Татар ҡәрҙәшебеҙ башҡорт бейеүен башҡарыу өсөн махсус рәүештә Мюнхенға барған.
Халыҡ араһында киң популярлыҡ яулаған флешмобҡа башҡорт бейеүен Германияның Мюнхен ҡалаһында бейеп, видеояҙма ебәргән Зөфәр Ғүмәров менән бәйләнешкә индек.
Баҡһаң, ул күрше республиканан - Татарстандың Нурлат районының Түбәнге Нурлат ауылында тыуып үҫкән икән. Ҡазан авиация институтын тамамлағандан һуң, белемен Германияла, Ильменау техник университетында камиллаштыра.
Зөфәр - бик әүҙем кеше, уны һәр яңылыҡ ҡыҙыҡһындыра. Полиглот булыуы менән, шул иҫәптән башҡортса яҡшы аралашыуы менән ғорурлана.
"Сәйәхәт итәм, төрлө мәҙәниәттәрҙе, телдәрҙе, диалекттарҙы өйрәнәм.Донъяның төрлө тарафтарында дуҫтарым бар, һәр илдә тип әйтерлек. Быйыл августа тәүге тапҡыр Башҡортостанда булдым. Өфөлә, Шишмә районында ҡунаҡ иттеләр. Башҡорт теленә, башҡорт халҡына шунда уҡ ғашиҡ булдым. Башҡорт телен өйрәнергә тотондом. Туған татар телемң яңғырашы буйынса бик оҡшаған башҡорт телен төшөнөүе ауыр түгел.
Башҡорт бейеүе буйынса иғлан ителгән флешмобта ла ҡатнашырға ниәтләнем. Башҡорт бейеүенең көйө, хәрәкәттәре хәтәр оҡшаны, бығаса бейеп ҡарамаһам да, бер нисә көн буйы интернеттан ҡарап, өйрәнергә тырыштым һәм һөҙөмтәлә видео яҙҙырҙым.
Мюнхен мин йәшәгән ҡаланан 4-5 сәғәт алыҫлыҡта ята, унда махсус барҙым, сөнки башҡорт бейеүен ошо иҫ киткес матур ҡалала бейегем, башҡорт мәҙәниәтен популярлаштырыуға үҙ өлөшөмдө индергем килде.
Ниәтләйем икән, тимәк, эшләйем - мин оҙаҡ уйланып ултыра торғандарҙан түгел. Флешмобта күптәр ҡатнаша, улар рәтендә булыуыма шатмын", - тип яҙҙы Зөфәр.
Ҡыйыу, ҡыҙыҡһыныусан татар ҡәрҙәшебеҙгә афарин!!