Калининградта йәмәғәтселек менән осрашыуҙа ошо темаға үҙ фекерен белдерҙе.
Үҙ бурыстарыңа еңел-елпе ҡараған өсөн яза ғәмәлдәге законға ярашлы бирелергә тейеш. Росздравнадзор быға хоҡуҡлы. Мотлаҡ медицина страховкалау системаһына ла был хоҡуҡты бирергә кәрәк.
Путин ошонда уҡ РФ һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцоваға һәм вице-премьер Татьяна Голиковаға мәсьәләне тикшерергә тәҡдим итте.
— Ысынлап та, был язаны ҡәтғиләштерергә кәрәк икән, мин ҡаршы килә алмайым. Язаны ҡаты итеү генә кәрәкмәй, ә унан ҡасып булмаҫлыҡ булһын.