Шоңҡар
+19 °С
Ясно
Новости
5 Ноября 2019, 06:55

Милли проект: Ике мәҙәниәт йорто асыласаҡ

Милли проект: Ике мәҙәниәт йорто асыласаҡ. #нацпроекты

"Мәҙәниәт" проекты сиктәрендә Ҡыйғы районы Түбәнге Ҡыйғы ауылында 150 урынлыҡ һәм Салауат районы Мөрсәлим ауылында 200 урынлыҡ мәҙәниәт йорто төҙөләсәк. Проект буйынса бер йортта тамаша залы, балалар сәнғәт мәктәбе, китапхана, балалар түңәрәктәре һәм кафе урынлашасаҡ.
Иң шәбе, мәҙәниәт йортонда кино күрһәтеү мөмкинлеге буласаҡ, бының өсөн махсус ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ. Балалар сәнғәт мәктәбендә “Фортепиано”, “Халыҡ инструменттары” (баян, ҡурай), “Хореография”, “Һынлы сәнғәт” йүнәлеше буйынса уҡый аласаҡ.
Бөгөнгө көнгә төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡарасаҡ ойошманы билдәләү өсөн конкурс үткәрелгән. Объекттар буйынса дәүләт контакттары төҙөлгән һәм эш башланған.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәй президенты Владимир Путин Рәсәй халыҡтары мәҙәни традицияларын һаҡлауға йүнәлтелгән милли проекттар төҙөргә йөкмәтте һәм указға ҡул ҡуйҙы.
Читайте нас