Быйыл йыл башында республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан, “Шоңҡар” журналы үткәргән шиғри видеоконкурста тыуған ауылы хаҡындағы ижади емеше менән беренселекте яулаған Сибай һылыуы, дүрт бала әсәһе Раушания Хәзиева ҡыҙы Азалия менән йәнә лә оло уңышҡа өлгәште, Сибай ҡалаһында уҙған “Йөрәктән йөрәккә” тип аталған һүҙ оҫталары бәйгеһендә төп еңеүсе булып танылды. Раушания һуңғы йылдарҙа ипле һәм баҙыҡ шиғырҙары менән төрлө бәйгеләргә сығып, Сибай данын яҡлап килгән йәш шағирәләрҙең береһе, ул шулай уҡ “Башҡортостан ҡыҙы” журналы үткәреп килгән “Әсә йөрәге” конкурсының да еңеүселәренең береһе.
“Йөрәктән йөрәккә” I асыҡ ҡала һүҙ оҫталары бәйгеһе тураһында ишеткәс, шунда уҡ ҡыҙым менән бергә ҡатнашып ҡарарға тигән теләк уянды. Сөнки мин бындай бәйгене күптән көтә инем. Республика кимәлендә үткәрелгән " Йөрәк һүҙе" проекты күңелемә бик яҡын, ихлас күҙәтеп барам. Конкурста Зөлфиә Ханнанованың "Башҡортлоҡ" һәм "Аманат" шиғырҙарын һөйләнек. Иң башта “Бәйләнештә” төркөмөнә видеояҙма ебәрҙек, унан Гала-концертта сығыш яһаныҡ. Ҡыҙым Азалияға 17 йәш, Сибайҙың 9-сы лицейында 11 класта уҡып йөрөй. Был проект беҙгә иң беренсе рух күтәренкелеге, илһам, күңелебеҙгә ял бирҙе. Шиғриәт һөйөүселәрҙең күплеге, ниһайәт, шиғриәткә иғтибар артыуы ҡыуандырҙы. Был конкурстың тап өлкәндәр араһында (15 йәштән өлкәндәр ҡатнаша ала ине) уҙғарылыуы ла яҡшы. Балалар өсөн ярыштар былай ҙа йыш үткәрелә бит, ә урта йәштәгеләргә, ололарға үҙҙәрен һынау өсөн ошондай сәхнә бәйгеләре һирәгерәк. Киләсәктә “Йөрәктән йөрәккә” ярышы һымаҡ күмәк халыҡ ҡатнашҡан шиғри конкурстар тағы ла йышыраҡ үтһен, унда ҡатнашыусылар ҙа күбәйһен тип теләр инем”, – тип һөйөнөсө менән уртаҡлашты яратҡан баҫмаһы менән Раушания Хәзиева.