Шоңҡар
+27 °С
Облачно
Новости
6 Ноября 2019, 06:26

Балтаста яңы кинозал асылды!

Балтаста яңы кинозал асылды!#нацпроекты

Яңы кинозал район мәҙәниәт йортондағы концерт залын ремонтлағандан һуң сафҡа индерелде. Объектты төҙөкләндереүгә «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә 5 миллион һум аҡса бүленгән.
Әле кино һәм тауыш ҡоролмаларын монтажлау эше бар. Зал кино күрһәтеү һәм концерттар ҡуйыу өсөн дә яраҡлаштырылған. Балтас районында кинофикация электән яҡшы үҫешкән. 69 ауылда кино күрһәтелгән, кинотаҫмалар Өфө һәм Бөрөнән ташылған.
Кино сәнғәте йәш быуынды тәрбиәләүҙә мөһим урын биләй тип билдәләнде залды тантаналы асыуҙа. Репертуарҙың яртыһын үҙебеҙҙең илдә төшөрөлгән нәфис фильмдар тәшкил итәсәк. Республикала проект ярҙамында тағы 9 кинозалды ремонтлап заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу ҡарала.

Читайте нас