Шоңҡар
+32 °С
Ясно
Новости
6 Ноября 2019, 07:23

Хыялдарын янғын өҙҙө...

Йәш ғаилә киләһе йылға яңы йортҡа күсергә йөрөгән булған...

Кисә Тәтешле районында сыҡҡан янғын бар республика халҡын тетрәндерҙе. Ул күп балалы ғаиләнең яртыһын юҡ итте... Ғаилә Яңы йыл алдынан яңы йортона күсергә хыял иткән булған, тик яҡты хыялдарын янғын өҙҙө шуул.


Янғында 29 йәшлек әсә, уның ике һәм ете йәшлек сабыйҙары һәләк булды. Тағы өс ир дауаханала, ғаилә башлығы – реанимацияла. Ғаилә парының биш йәшлек тағы бер ҡыҙы булған, уның тәне бер ни тиклем бешкән, тик ғүмеренә ҡурҡыныс янамай.


Ауылдаштары ғаиләне тик ыңғай яҡтан ҡылыҡһырлай: гөрләтеп донъя көткән улар, ғаилә башлығы физкультура-һауыҡтырыу комплексында эшләй, хәләл ефете балалар баҡсаһында шәфҡәт туташы булған. Йортта янғын хаҡында иҫкәртеүсе ҡулайлама булмаған, йәш ғаилә был ауылға күсеп килгән, туғандарында ваҡытлыса йәшәп, күрше участкала яңы йорт һалған. ..
Был хәл тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты.
“Беҙ үлемде кәметеү буйынса планға ярашлы эшләйбеҙ, тәүге һөҙөмтәләр ҙә бар. Тик бөгөн Тәтешле районында сыҡҡан ҡурҡыныс янғын тетрәндерҙе – ике бала, уларҙың әсәһе һәләк булды, дүрт кеше йәрәхәтләнде. Башҡа күп осраҡтарҙағы кеүек уларҙы янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама ҡотҡара алыр ине. Уларҙа ул ҡулайлама булған, тик башҡа урында – яңы өй һалғансы ғаилә туғандарында йәшәгән”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Бындай ҡазаларҙан Хоҙай үҙе һаҡлаһын! Һаҡ булайыҡ!
Читайте нас