Шоңҡар
+24 °С
Ясно
Новости
6 Ноября 2019, 10:09

"Әллә мин артта ҡалдыммы?" Гөлназ Асаева үҙенең сәхнәнән юғалып тороуы хаҡында бына нимәләр ти:

"Әллә мин артта ҡалдыммы?" Гөлназ Асаева үҙенең сәхнәнән юғалып тороуы хаҡында бына нимәләр ти:“Һаумыһығыҙ, дуҫтарым! Минең ижадыма битараф булмаған кешеләр сәхнәнән юғалып тороуымды, бәлки, һиҙгәндәрҙер. Ике йыл самаһы юғалып торорға тура килде. Тәүге йылында уҡыуҙы тамамланым, ә инде был йылымдың сәбәбен һөйләп тормайым. Әммә ижадым өҫтөндә эшләнем, йырҙар яҙҙырып, клип төшөрҙөм, тик ул йырҙарҙы һеҙгә тәҡдим итеүҙең фәтүәһе булмаҫ тип ҡурҡтым. Ни өсөнмө?

"Әллә мин артта ҡалдыммы?" Гөлназ Асаева үҙенең сәхнәнән юғалып тороуы хаҡында бына нимәләр ти:

“Һаумыһығыҙ, дуҫтарым! Минең ижадыма битараф булмаған кешеләр сәхнәнән юғалып тороуымды, бәлки, һиҙгәндәрҙер. Ике йыл самаһы юғалып торорға тура килде. Тәүге йылында уҡыуҙы тамамланым, ә инде был йылымдың сәбәбен һөйләп тормайым. Әммә ижадым өҫтөндә эшләнем, йырҙар яҙҙырып, клип төшөрҙөм, тик ул йырҙарҙы һеҙгә тәҡдим итеүҙең фәтүәһе булмаҫ тип ҡурҡтым. Ни өсөнмө?

Сөнки йырҙарым 90% халыҡсан, лирика + барыһы ла баян менән. Ҡайһы бер кешеләр был йырҙарҙы йырлап йөрөүҙең бер фәтүәһе лә юҡ, “улар ҡарттар тыңлай торған йырҙар ” тип тә әйттеләр. Халыҡ йырҙарына баҫым яһайым. Уныһы ла “пройденный этап” булды. Әллә мин артта ҡалдыммы? Беҙҙең халыҡҡа ысынлап та, үҙебеҙҙең халыҡ йырҙары, моң кәрәкмәй башланымы? Миңә ҡалһа, халыҡ йырҙары йәшәргә тейеш, үҙебеҙҙең милли сәнғәтебеҙҙе һаҡларға тейешбеҙ, сүп-сар йырҙар бер көнлөк, әммә үҙебеҙҙең халыҡ йырҙары мәңгелек. Яңылышһам, төҙәтерһегеҙ..."

Читайте нас