Бер әкиәт бар. Борон бер бай сауҙәгәр йәшәгән. Ғаиләһе бер нимәгә лә мохтаж булмаған. Нужа күрмәй үҫкәс, улы ла аҡса ҡәҙерен белмәгән. Атаһы уға мал-мөлкәт ҡәҙерен төшөндөрөр өсөн хәләл көсө менән аҡса эшләп килергә тәҡдим яһай. Улы ризалаша. Йәнәһе, аҡса табыу нимә ул. Өйҙән сығып барғанында әсәһе уны йәлләп, бер ус аҡса тоттора. Егет ике – өс көндән “эшләп, арып” ҡайтып инә, “эш хаҡын” өҫтәлгә һала. Атаһы иһә ул аҡсаны утҡа ырғыта. Егеттең тамсы ла иҫе китмәй. Был хәл икенсе тапҡыр ҙа ҡабатлана. Өсөнсө мәтрәбә инде әсәһе уға бер тин дә аҡса бирмәй. Егет ике-өс көн йөрөп, үҙ көсө менән аҡса эшләп, арманһыҙ булып әйләнеп ҡайта, тапҡан аҡсаһын атаһына тоттора. Атаһының аҡсаны утҡа ырғытырға йыйынғанын күреп, егет уның ҡулына барып йәбешә: “ Шәл хәтлем көс түгеп тапҡан аҡсамды нишләтәһең ул, атай?!” –тип ҡысҡырып ебәрә. Атаһы улының арҡаһынан һөйөп: “Үҙең тапҡан малдың ғына ҡәҙере алтынға бәрәбәр шул,”-тип йылмая.
Фирҙәүес Хәбибуллина, Рәсәйҙең почетлы мәғариф хеҙмәткәре, БР-ҙың мәғариф отличнигы:
— Ҡайҙа ғына барһам да, ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, ауылдарҙа иң беренсе сиратта кемдең кәртә-ҡураһы, баҡсаһы бар, кем мал тота, бесән әҙерләгән - шуға иғтибар итәм. Ә бит күптәрҙең һарайы буш тора, картуфлыҡ, баҡса – ҡый үләнендә. Ауыл халҡы хәҙер, ысынлап та, ялҡауланды. Мал ҡәҙерен белмәй. Баҡса ла юҡ, кәртәһендә мал да, үҙе ҡайҙалыр эшкә ынтылған була. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡыҙыҡ. Ире ситкә эшкә китергә мәжбүр булды икән ти, ярар. Ә һин бит ауылда. Үҙ йортоңда, үҙ хужалығыңда эшеңде барыбер алып барырға тейешһең. Баҡсаһын сәсмәй, картуф ултыртмай, мал тотмай, ҡош-ҡорт аҫрамай иренең аҡса алып ҡайтҡанын көтөп, оҙон йәйҙе нимә менән үткәрмәк кәрәк? Күптәр бала ҡарауға һылтана. Ә донъяны кем өсөн көтәбеҙ? Бала өсөн түгелме ни? Ҡыл да ҡыбырлатмай ултырған ата-әсә нисек балаһына хеҙмәт тәрбиәһе бирһен? Ялҡауҙарҙы үҙебеҙ үҫтерәбеҙ. “Әйҙә әле, балам, картуфты сәсергә кәрәк, утарға кәрәк, баҡсаға һыу ҡойорға кәрәк” тип әҙ булһа ла, йорт-баҡса тирәһендә эшкә ҡушһа, бала ла ҡул эшенә, йорт эшенә өйрәнеп, донъясыл булып үҫә. Бөтә нәмә тыуған йорттан башлана: тәрбиә лә, эшкә өйрәнеү ҙә. Үҙең сәсеп үҫтергәнгә етәме ни? Экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлекте үҙебеҙ ҙә етештерә алабыҙ, әммә ялҡаулыҡ көслө.
Ир тапҡандың ҡәҙерен дә белмәй күптәр. Ғаилә башлығы балаларын ҡарайым, донъя бөтәйтәйем тип аслы-туҡлы тигәндәй, ауыр шарттарҙа эшләп аҡса таба, ә бәғзе бер ҡатындар, ирҙәре алып ҡайтҡан аҡсаны йомарлап йөрөп тигәндәй, өйҙән –өйгә йөрөп, эсеп, аҙып-туҙып, ослап ҡуя. Был, әлбиттә, ҡатындарҙы яманлауҙан түгел, әммә ҡул көсө, тир түгеп тапҡан нәмәнең бит ҡәҙерен дә белергә кәрәк, тейешенсә тотонорға кәрәк. Ир тапҡан малдың ҡәҙере булғанда ғына тормошҡа бәрәкәт өҫтәлә.
Айгөл Айытҡолова әҙерләне.