Шоңҡар
+27 °С
Облачно
Новости
7 Ноября 2019, 07:01
Көньяҡ Осетиянан һалдаттар #башҡорт бейеү флешмобына ҡушылды
Көньяҡ Осетиянан һалдаттар #башҡорт бейеү флешмобына ҡушылды.
Башҡортостан һалдаты Радмир Билалов үҙенең хеҙмәттәшен башҡортса бейергә өйрәткән һәм видеоролик төшөргән. Шул рәүешле улар Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле хеҙмәткәрҙәре башлап ебәргән һәм республика башлығы Радий Хәбировта хуплау тапҡан #башҡортостандар бейеү флешмобына ҡушылды.
Егеттәр Көньяҡ Осетияла хеҙмәт итә һәм ваҡытын бушҡа уҙғармай. Бынан алда флешмобта Ҡаҙағстан вәкилдәре
ҡатнашҡайны
.
Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров быйыл декабрҙә республиканан ситтә йәки уның эсендә, ләкин Рәсәйҙең башҡа төбәгенән йә иһә сит илдән ҡунаҡ ҡатнашлығында башҡарылған иң матур башҡорт бейеүе өсөн үҙенең бүләген тапшыра.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"