Бынау "интернет" ғали йәнәптәренең кеме юҡ... Биш йәшлек сабыйҙар ҙа, туҡһанды ҡыуып барған ололар ҙа уның менән дуҫ. Әле, 13 йәшлек йәшлек үҫмер үҙенең рэп-йырҙары менән барлыҡ интернет донъяһын яулап алды, тигән хәбәр таралғас, асып ҡараным. Һис кенә лә күңелгә ятманы.
Стәрлетамаҡтан 13 йәшлек Камил Сафиуллиндың клиптарын 100 меңдән ашыу кеше ҡараған, хатта федераль каналдарҙан күрһәтеп өлгөргәндәр. Уның ижадын хуплаусылар етәрлек, "Бындай юҡ-бар менән булма, белем алыуың яҡшыраҡ" тиеүселәр ҙә бар. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дуҫтар?