Шоңҡар
+15 °С
Облачно
Новости
7 Ноября 2019, 11:32

Тәтешле районында янғын фажиғәһендә һәләк булғандарҙың туғандары ярҙам һорап мөрәжәғәт итә

Тәтешле районында янғын фажиғәһендә һәләк булғандарҙың туғандары ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.
“Кем нисек, күпме булдыра ала. Ерләүгә һәм иҫәндәрен дауалауға”, - тип үтенә Тәтешле районында фажиғәгә тарығандарҙың туғандары. Янғында һәләк булған 29 йәшлек әсәне һәм ике сабыйҙы Әрибашта 7 ноябрҙә ерләйәсәктәр. Яҡын туғандарының береһе ҡайғы уртаҡлашҡан һәр кемгә рәхмәт белдереп, һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашырға саҡырған. “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барығыҙға ла яуап биреп өлгөрә алмайым, беҙҙең ҡайғыға битараф булмаған һәр кемгә рәхмәт”, - тип яҙған ул интернеттағы шәхси сәхифәһендә. Һаман да ғаиләнең туған-ырыуы, дуҫ-иштәре ҙур юғалтыу менән килешә лә, ышана ла алмай йөҙәй. ”Ниндәй яҡшы ғаилә ине...”, - тип үкенес белдерә улар.
Әлеге ваҡытта ғаилә башлығы комала, биш йәшлек уртансы ҡыҙҙары дауаханала. Ярҙам итергә теләүселәр 8-917 279 43 13 телефон номеры буйынса Сбербанк картаһына аҡса күсерә ала. Карта Дмитрий Иванович Т. исеменә рәсмиләштерелгән.

Читайте нас