Шоңҡар
+15 °С
Облачно
Новости
7 Ноября 2019, 16:27

Йылайыр ҡыҙы Илзирә Ҡудашева башҡорт халыҡ йырҙарын бар донъяға таныта

Йылайыр районы ҡыҙы Илзирә Ҡудашева «Күбәләгем» һәм «Тала-тала» кеүек башҡорт халыҡ йырҙарын скрипкала уйнап интернет киңлектәрен шаулатты.
Клип күптән интернет ҡулланыусыларҙың күңелен яулап өлгөргән. «Бәйләнештә» социаль селтәренә яңыраҡ һалынған яҙманы утыҙ меңгә яҡын кеше ҡараған. Милли симфоник оркестры скрипкасыһы өсөн халыҡ йырҙары ят түгел.
Ижади коллектив менән бергә ул төрлө халыҡтарҙың музыка композицияларын да оҫта уйнай. Шәхси аккаунтында билдәле йыр-моңдарға яҙҙырған кавер версиялар ҙа етерлек.
Читайте нас