Кикбоксинг буйынса донъя чемпионы, Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры, БР-ҙың күренекле спортсыһы Кирилл Москвин үҙенең билбауҙарын һатырға мәжбүр. Был хаҡта ул "Башинформ" агентлығына хәбәр иткән.
47 йәшлек кикбоксер ауыр финанс хәлендә ҡалған, тренерҙың тәрбиәләнеүселәренән йыйған аҡса ҡуртымға алынған зал өсөн түләргә етмәгән һәм ул донъя һәм Европа чемпионатында яулаған ике билбауын һатырға ҡарар ҡылған.
Билдәле спортсының был аҙымы күптәрҙе хафаға һалған, ә кемдер уға һоҡланыуын белдергән. Йәнәһе, ул беҙҙең балаларыбыҙ урамда тиҙәк тибеп йөрөмәһен өсөн тырыша. Ҡыҙғаныс, әлбиттә.
Республикала спортты үҫтереү буйынса киләһе йылға яңы проекттар әҙерләнә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала физик сәләмәтлекте яҡшыртыуҙы маҡсат итеп, "Ауыл тренеры" тигән программа булдырҙы, уға ярашлы, райондарҙа эшләүсе йәш тренерҙар аҡсалата ярҙам аласаҡ.