Шоңҡар
+17 °С
Облачно
Новости
7 Ноября 2019, 19:30

Уйнап өйрәнәм: Туймазы ҡалаһында 12 йәшлек Реналь Хәбиров мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн үҫеш үҙәге асҡан

Кисә Туймазы ҡалаһында «Уйнай өйрәнәм» тип аталған үҙәк асылды. Уны ҡаланың 7-се мәктәбе уҡыусыһы Реналь Хәбиров ойошторған. Үҫмер бала ракеталар төҙөү, ваҡ моториканы үҫтереү буйынса күнегеүҙәр, төрлө оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә һәм уларға билдәле кешеләрҙе лә йәлеп итергә ниәтләй.


«Уйнап өйрәнәм» уҡытыу үҙәгенә ун биш бала йөрөйәсәк. Төркөм бөгөндән үк тулған. Реналь Хәбиров дәрестәр уҙғарыу менән бер рәттән ҡалала әүҙем йәмәғәт эше лә алып бара. Әйтәйек, ҡалала яҡтыртыусы элементтарҙы пропагандалаусы алтаҡталар ҡуйыуға үҙ өлөшөн индерә. Шулай уҡ юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен өйрәтеү буйынса башҡа проекттары ла бар.


Үәт, исмаһам, маладис!
Читайте нас