Шоңҡар
+27 °С
Облачно
Новости
9 Ноября 2019, 14:56

Рәмил Шәмсетдиновты Рамзан Ҡадыровтың адвокаты яҡлаясаҡ

Һигеҙ хеҙмәттәшен атып үлтергән Рәмил Шәмсетдиновны Саид-Магомед Чапанов тигән адвокат яҡлаясаҡ. Ул 2015 йылда Чечня Башлығы Рамзан Ҡадыров өсөн сығыш яһаған.
Адвокатҡа Рәмилдең ата-әсәһе үҙҙәре сыҡҡан һәм ярҙам һораған. Уларҙың тарихын тыңлағас, бик йәлләгән һәм ярҙам итергә булған. Чапанов ҙур аҡсалар ҙа талап итмәй, Читаға китергә йыйына башлаған. Ул урында фажиғәнең сәбәптәрен өйрәнергә теләй. Ни өсөн кеше автомат алып, һигеҙ кешене атып үлтерер хәлгә барып еткән һуң? Бының сәбәбе булырға тейеш бит, тигән фекерҙә ул.
Һүҙ ҙә юҡ, һигеҙ кешене атҡан егет язаһыҙ ҡалмаясаҡ. Тик Чапанов был эш аффект хәлендә ҡылынған үлтереү булыуы ихтимал, тигән фекерҙә.
Читайте нас