Яңы ғына “Йөрәк һүҙе” телепроекты еңеүселәре билдәләнде. Шиғри бәйгенең гала-концерты "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үтте. Мәғлүм булыуынса, өсөнсө тапҡыр үткәрелгән мәҙәни проект “Ҡурай” телеканалында барҙы. Быйыл шиғри ярышта тик актерҙар, башҡорт һәм татар театрҙарының танылған актерҙары ғына ҡатнашты.