Шоңҡар
+20 °С
Облачно
Новости
11 Ноября 2019, 08:30

Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай: "Шиғыр-йырҙарығыҙ күңелемә ятты"

Көҙҙөң һыуыҡ бер кисендә үткәрелгән әлеге сара ысын тойғолар, ихлас тәьҫораттар ҡалдырҙы. "Ҡыл" йәш шағирҙар хәрәкәте әҙерләгән шиғри-акустик кисә быйыл бишенсе тапҡыр уҙғарылды. Ул Башҡортостандың 100 йыллығына, Яҙыусылар союзының 85 йыллығына бағышланды. Кисәлә хис-тойғо ташып торған шиғырҙар, йырҙар менән бергә тамашасыға ҡайнар сәй һәм тәмлекәстәр ҙә тәҡдим ителде.


Сараға килгән ҡунаҡтар тәъҫораттары менән уртаҡлашмай ҡалманы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай: "Был шағирҙар менән йәш арам бигерәк йыраҡ булһа ла ихлас тыңлап ултырам, шиғыр-йырҙарығыҙ күңелемә ятты", — тип бер нисә шиғырын уҡып ишеттерҙе, йәштәргә өгөт-нәсихәттәре менән дә бүлеште.

Талантлы яҙыусы, "Киске Өфө" гәзите хәбәрсеһе Миләүшә Ҡаһарманова: "Бында күңелле миңә, шул тиклем йылы мөхит, күптән ошондай сарала булғым килгәйне", - тине, ул да күстәнәскә шиғырҙарын онотмаған.


Йәш шағирҙар уртаҡлашҡан күңел йылыһы барыһының йөрәгенә үтеп инде, бының өсөн кисәгә килгән һәр кем рәхмәтле булып ҡайтҡандыр. Афарин, "Ҡыл"дар!

Читайте нас