Шоңҡар
+34 °С
Ясно
Новости
11 Ноября 2019, 10:02

Милли йәштәр театры ил кимәлендәге ике фестивалгә йыйына

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры ноябрь айында ике фестивалдә ҡатнашырға йыйына. Тәүгеһе – Театр йылына арналған “Ҡырымда театр көҙө” милли театрҙар фестивале. Уны Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министрлығы һәм РФ театр эшмәкәрҙәре союзы ойоштора. Беҙҙең коллектив Ялтаның Чехов театры сәхнәһендә Максим Горькийҙың “На дне” драмаһы менән 14 ноябрҙә сығыш яһай. Әҫәрҙе ҡуйыусы режиссер – Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Мәсәлим Күлбаев.


11 – 20 ноябрҙә Чебоксары ҡалаһында милли йәш тамашасы театрҙарының «Волга буйы әкиәте» Бөтә Рәсәй фестивале уҙа. Мәҙәни сара Сыуашстан республикаһының баш ҡалаһында театраль форум сиктәрендә үтә. Милли йәштәр театры фестивалгә Мария Ладо әҫәре буйынса ҡуйылған «Йәшәгән, ти...» спектакле менән 19 ноябрҙә Сеспель исемендәге сыуаш дәүләт йәш тамашасылар театры сәхнәһендә сығыш яһай. Спектаклдең режиссеры –Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рөстәм Хәкимов.

Театрҙың әҙәбиәт бүлеге мөхәррире Рәзилә Ырыҫҡужина.

Читайте нас