Шоңҡар
+17 °С
Облачно
Новости
12 Ноября 2019, 11:44

Ыҫланған ҡорот сит илдә

Ыҫланған ҡорот сит илдә

Ата-олатайҙарынан ҡалған кәсептәрҙе тергеҙеп, заманға яраҡлашып, унан файҙа күреп йәшәй белеүселәр арабыҙҙа күп. Мәҫәлән, Белорет районының Ботай ауылын оҫталар төйәге, тип әйтергә лә булалыр. Сөнки “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ярашлы үткән “Дәрте барҙың – эше бар” тигән сарала улар төрлө һөнәрмәндәр оҫталыҡ дәрестәре күрһәткән. Дадан эшләү, солоҡсолоҡ ҡорамалдары, быйма төпләү, тәҙрә яңаҡтары биҙәү буйынса тәжрибәләре менән уртаҡлашҡандар. Ғөмүмән, Ботай оҫталарының ҡул эштәре менән күптәрҙе ҡыуандыра, һоҡландыра.


Ошо көндәрҙә әлеге ауыл оҫтабикәләре Нәфисә Ғәләметдинова менән Мәрйәм Шаһивәлиева эшләгән ҡоротҡа Индонезия һәм Израилдән заказ килгән, күптән түгел генә бер ни тиклеме Кипрға оҙатылған. Ыҫланған ҡорт Башҡортостаныбыҙҙа ғына түгел, сит илдә лә популяр икән.
Читайте нас