Икенсе урынға Баймаҡ районы Буранбай ауылынан Мәҙинә Туйсина һәм шулай уҡ Бөрйән егете Салауат Шәмсетдинов, ә өсөнсө урынға Баймаҡ районы Билал ауылынан Миләүшә Ямалова, Үрге Иҙристән Ләйсән, Гөлфирә. Нәфисә Мостафиналар һәм М. Аҡмулла ис. БДПУ студенты Ынйы Мансурова лайыҡ булды. Әбйәлил районы Хәлил ауылынан Радик Өмөтҡужин "Тамашасы һөйөүе" номинацияһында еңеүсе тип танылды, Сибай ҡалаһынан 4 йәшлек Әлимә Вилданова, Ейәнсура районы Ибрай мәктәбенең X класс уҡыусыһы Рәмзилә Ҡолғарина һәм Мәскәүҙән Варис Исҡужин дәртләндереү призына лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ!
"Шоңҡар" журналы видеоконкурсты ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән Баймаҡ районы хакимиәтенә, урындағы Баймаҡ телевидениеһына, Башҡортостан Яҙыусылар союзына, етәксеһе Зәки Арыҫлан улы Әлибаевҡа, "Ватандаш" журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Мәһәҙиеваға һәм шағирҙың туғандарына, һабаҡташтарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.