Шоңҡар
+17 °С
Облачно
Новости
14 Ноября 2019, 11:46

Керчь фажиғәһе эҙһеҙ үтмәне...

Керчь фажиғәһе эҙһеҙ үтмәне...

Благовещенск ҡалаһында бер студент 3 һабаҡташын атҡан


Ике кеше һәләк булған, өсәүһе ауыр тән йәрәхәттәре алған . Бөгөн иртән Амур төҙөлөш колледжы студенты дәрескә һунар мылтығы тағып килә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул бергә уҡыған дуҫтарынан һөйгән ҡыҙы өсөн үс алырға теләй. Дәрес мәлендә енәйәтсе бәҙрәфкә сығып мылтығын алып инә, аңһыҙ әҙәм 20 студент ултырған аудиторияла бер иптәшен атып үлтерә, өсәүһен яралай. Полиция хеҙмәткәрҙәренә лә ут аса, һуңғы сиктә үҙен-үҙе атып үлтерә.


Теүәл бер йыл элек Керчь ҡалаһы уҡыу йорттарының береһендә шундай уҡ хәл ҡабатланды. Дауамы була күрмәһен, Хоҙай һаҡлаһын.
Читайте нас