Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ноябрь 2019, 16:15

Рәсәй Президенты башҡорт ҡыҙы Әлиә Слякаеваны Батырлыҡ ордены менән бүләкләне

Ул 234 кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән.#ВладимирПутин

Башҡортостандың Белорет ҡалаһында тыуып үҫкән Әлиә Слякаева Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде. Бортоҙатыусы «Урал һауа юлдары»ның U6-178 экипажы ағзалары менән бергә Мәскәү янындағы кукуруз баҫыуына самолетты ултыртҡан ваҡытта һәм унан һуң ҡыйыулыҡ күрһәтте. Батырлыҡ орденын 20 ноябрҙә «Транспорт аҙнаһы» барышында башҡа бортоҙатыусыларға: Дмитрий Ивлицкийға, Дмитрий Гончаренкоға, Яна Ягодинаға һәм Надежда Вершининаға ла тапшырҙылар.

Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Максим Акимов һәм илдең транспорт министры Евгений Дитрих уларҙың етәүһенә лә ведомствоның «Һауа транспорты отличнигы» наградаларын тапшырҙы.

Бөгөн, 21 ноябрҙә, Airbus A321 пилоттары Дамир Йосопов һәм Георгий Мурзин Кремлдә Рәсәй Геройҙары йондоҙҙарын ала. Уларҙы Рәсәй президенты Владимир Путин тапшыра.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 августа иртән «Урал һауа юлдары»ның Жуковский аэропортынан Симферополгә йүнәлгән Airbus А321 самолеты Мәскәү өлкәһендә ултырырға мәжбүр булған. Сәбәбе – һауа судноһының двигателдәренә ҡоштар эләккән. Борттағы 234 кешенең береһе лә зыян күрмәгән.

Бынан алда «Башинформ» агентлығы республика наградаһын тапшырыу өсөн Әлиә Слякаеваны Башҡортостанға саҡырыуҙары тураһында хәбәр иткәйне.

#ВладимирПутин

Читайте нас: