Бөгөн З.Вәлиди исемендәге Милли китапханала Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай инициативаһы менән Башҡортостандың Яҙыусылар союзы һәм Башҡортостандың Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы ярҙамында тормошҡа ашырыласаҡ “Туған телмәргә табан 100 аҙым” ("100 шагов к родному слову") тип аталған бик шәп проектҡа старт бирелеүе тураһында һөйөнсөләү сараһы үтте.
Унда Башҡортостандың билдәле яҙыусылары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм, әлбиттә, ойоштороусы яҡтарҙан хөрмәтле вәкилдәр ҡатнашты. Халҡыбыҙҙың матур йолаһы буйынса, һөйөнсөгә ниндәй ҙә бүләк әйтеү фарыз, бөгөн иһә, яңы проектҡа аҡ юл теләп, Республиканың билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм ҡәләм эйәләре дауамлы яңы сараны нисек тә отошлораҡ ойоштороу юҫығында үҙ теләктәрен һәм тәҡдимдәрен индерҙе.
Әйтергә кәрәк, был яңы йүнәлеш, ниһайәт, республикабыҙҙа дәүләт телдәренә, туған телдәргә, әҙәбиәткә ҡарата иғтибар реаль эштәргә күсергә тора һәм ул ижадсылар өсөн дә ниндәйҙер ыңғай үҙгәреш елдәре килтерер, тигән өмөт сатҡыларын йәнә тоҡандырып ебәрҙе. Шулай ғына була күрһен, бер нисә йыл элек башҡорт телен үҫтереү йүнәлешендә бик шаулап моронлай башлаған проекттарҙың һуңынан ғәҙәти, былай ҙа ойошторолоп килгән һабантуйҙар, концерттар һәм сит өлкәләрҙәге осрашыуҙарҙы шул проектҡа ярашлы үтте, тип отчет биреүҙәргә ҡайтып ҡалыуы күптәрҙе һағайырға ла мәжбүр иткәйне бит. Ауыҙы бер бешкән өрөп ҡаба тигәндәй, телебеҙҙең, әҙәбиәттең бәҫен күтәреү өсөн, изге ниәттән уйлап сығарылған был ғәләмәт шәп яңы идея тәғәйенләшенән тайпылмай эшләп китһен ине, тип теләргә генә ҡала.
Асылда, уның уңышы беҙҙең һәр беребеҙҙән тора.
Яңы проектҡа ярашлы, башҡорт әҙәбиәтендә бөгөнгө уҡыусыға тәҡдим ителгән йөҙ әҫәр исемлеге төҙөлгән. Шул әҫәрҙәрҙе китапхананан алып уҡып, китап хаҡындағы фекерҙәре менән уртаҡлашып, уны башҡаларға ла тәҡдим итеп, был проекттың тәгәрмәсен һәр кем дә әйләндерә, уның ҡатнашыусыһы була ала. Был инициатива тиҙ арала тәү сиратта китапханалар, мәктәптәр тарафынан күтәрелеп алып, Башҡортостанда йәшәгән милләттәрҙең туған телендә нәшер ителгән китаптарға һәм баҫмаларға иғтибарҙы, ихтыяжды арттырыр, уны популярлаштырыуға ҙур өлөш индерер, тип көтөлә.
“Шоңҡар” журналы ла был проектҡа ҙур теләк менән ҡушыла һәм баҫманың социаль селтәрҙәрендә уҡыусыларынан үҙҙәре ошо арала уҡыған китаптар хаҡында #100шаговкродномуслову, #туғантелмәргә табан100аҙым тигән хэштегтар менән билдәләнгән видеоформаттағы йә яҙма пост шәкелендә фекерҙәр, тәҡдимдәр көтөп ҡала. Иң ҡыҙыҡлы пост авторҙары редакция тарафынан да айырым билдәләнер, ул хаҡта анығыраҡ мәғлүмәт сайтта һуңғараҡ булыр. Үҙегеҙ яратҡан әҫәрҙәрҙе, иң шәп тигән яҙыусыларҙы “Топ-10” кеүек рейтинглы исемлектәрҙә күрергә теләһәгеҙ, ашығығыҙ, дуҫтар!
Проектты ойоштороусылар тарафынан тәҡдим ителгән китаптар исемлеге менән Башҡортостан Яҙыусылар союзы сайтында танышырға мөмкин.