Шоңҡар
+19 °С
Ясно
Новости
15 Ноября 2019, 07:01

Урман хужалығына – яңы техника

«Экология» милли проекты сиктәрендә, республика урман хужалығы учреждениеларына янғын һүндереү, ағас әҙерләү һәм уларҙы ташыу йөк машиналары бүләк ителде.
Әлегә республика хужалыҡтарын янғынға ҡаршы техника менән йыһазландырыу 83 процентҡа үтәлгән. Башҡортостандың 2024 йылға тиклем ҡаралған үҫеш стратегияһына ярашлы был күрһәткестәрҙе 100 процентҡа еткереү маҡсаты ҡуйылды.
Дөйөм алғанда республика урман хужалығы техник базаһын камиллаштырыу өсөн 230 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Был суммаға тармаҡ йыһаздары, махсус ҡорамалар һәм транспорт саралары яңыртыла.
Яңы йөк йөк машиналары урман етештереү сәнәғәтендә тағы ла юғары күрһәткестәргә ирешергә ярҙам итәсәк тип фаразлана. Иҡтисади маҡсаттар менән берлектә экология мәсьәләһе лә күҙ уңында тотола. Алдағы биш йылға билдәләнгән ниәттәргә килгәндә бер гектар ҡырҡылған урман урынына шул уҡ кимәлдә ағас ултыртылырға тейеш.

Читайте нас