Шоңҡар
+23 °С
Облачно
Новости
16 Ноября 2019, 16:06

"Ҡар кешеһенең ҡәбереме?": Башҡортостанда алты метрлыҡ йән эйәһенең һөйәктәрен тапҡандар

Салауат районында алты метрлыҡ бәһлеүәндең ҡәберен тапҡандар. Алпамыша Йүрүҙән йылғаһы буйында, Салауат менән Дыуан райондары сигендә ерләнгән. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, был ҡар кешеһе булыуы ихтимал.


Салауат районының Ташауыл ауылы халҡы ғәйәт ҙур йән эйәһенең ҡар кешеһе булыуына ышана, хатта оло йәштәгеләр быға дәлилдәрен килтерә. Имеш, ул ауылды һыу баҫыу кеүек бәлә-ҡазанан һаҡлай. Ауыл халҡы өмә үткәреп зыяратты төҙөкләндереп ҡуйған, хәҙер ул яҡҡа "Янғантау" геопаркынан туристар ҙа йыш килеп киткеләй. Хәйер, Салауат районында бындай хәлдәр йыш булып тора, йәйен малайҙар Әй йылғаһында һыу төшөп йөрөгәндә мамонт һөйәге табып алып аптыратҡайны.
Ысынлап та, әллә ҡар кешеһеме? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дуҫтар?
Читайте нас