Шоңҡар
+17 °С
Облачно
Новости
16 Ноября 2019, 10:50

"Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламаясаҡбыҙ": Радий Хәбиров Гөлмирәгә ярҙам итәсәк

Башҡортостанда тыуып үҫкән Гөлмирә Биксурина үҙе һәм балалары өсөн Рәсәй гражданлығы ала алмай йонсой. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге битендә яҙҙы.
"Улар Көйөргәҙе районына 2012 йылда Үзбәкстандан ҡайта. Әгәр беҙ уларға ярҙам итмәһәк, балалары хатта Берҙәм дәүләт имтихандарын да тапшыра алмаясаҡ. Бөтәбеҙ берҙәй булып ярҙам итергә тырышабыҙ. Был ваҡиға бер кемде лә битараф ҡалдырманы, күршеләрҙе лә, уҡытыусыларҙы ла, хакимиәтте лә", - тип яҙҙы республика башлығы. Радий Хәбиров Гөлмирәнең ғаиләһенә Мәскәүгә барып ҡайтыуҙа, мәсьәләне хәл итергә ярҙам итәсәк.
"Күрше йәшәйбеҙ икән, тимәк, кешенең бәләһенә битараф булмаясаҡбыҙ. Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламаясаҡбыҙ тигән һүҙ", - тип һығымта яһаған республика етәксеһе.
Читайте нас