«IQ БалаБаш» тип аталған ҡушымтаны хәҙерҙән үк телефонығыҙға алып ҡуя алаһығыҙ, ул интернет селтәрҙәрендә бар. Ҡушымта Android һәм iOS нигеҙендә эшләй.
Балалар һүҙҙәрҙең әйтелешен, яҙылышын уйын рәүешендә өйрәнә ала. Был ҡушымтаны Ҡаҙағстандан Алмаз Тәпәйев төҙөгән, ул ҡаҙаҡ телендәге программалар булдырыусы булараҡ билдәле. Башҡорт йәмәғәтселеге уға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән, эште атҡарып сығыу өсөн ике ай самаһы ваҡыт үткән.
Гөлназ Йосопова, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе: “Әлеге ваҡытта беҙ тағы бер ҡушымта өҫтөндә эшләйбеҙ, ул күберәк көнкүрештәге һүҙҙәрҙе өйрәнеүгә йүнәлтелгән. Ул теле урыҫса асылған балалар өсөн бик уңай булмаҡсы”.