"Ябай хәҡиҡәтте аңламаған кешеләр осрағас, мин бик ғәжәпләндем. Сөнки ҡаты сир менән яфаланыусылар сәләмәт кешеләрҙән бер ниҙәре менән дә кәм түгел. Улар хоспистың уңайлы урында төҙөлөүенә хоҡуҡлы. Мәсьәләнең айышына төшөнөр урынға төҙөлөштө тыйыу тураһында тауыштар ҡупты, әллә нисәмә тапҡыр интернет селтәрҙәрендә яҙып сыҡтылар. Минең уларға яуабым ябай һәм ҡәтғи. Башҡортостан Аллаға шөкөр, фашизм осорондағы Германия йәки Спарта түгел. Бында бер ваҡытта ла сәләмәтлек торошо, милли һәм башҡа теләһә ниндәй билдә буйынса дискриминация булмаясаҡ. Ә был белдереүҙәрҙе яһаусы кешеләргә мәсеткә, сиркәүгә йәки синагогаға барып, әхлаҡи йөҙ тураһында уйларға кәрәк", - тигән Башҡортостан башлығы.