Стәрлетамаҡ ҡалаһы гараждарының береһендә ике үҫмерҙең үле кәүҙәһен тапҡандар. Фаразлауҙарынса, улар газ менән ағыуланып һәләк булған.
Әлеге ваҡытта тәфтиш органдары тикшереү алып бара.
Тағы бер аяныслы осраҡ... Тормош йәмен татып та өлгөрмәгән 16 йәшлек үҫмерҙәр үҙ-үҙҙәрен һәләк иткән. Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.