Мәскәү халҡын һауа торошо көҙ айҙарына хас булмағанса көндәрҙең йылы булыуы менән аптырата. Хатта умырзая кеүек иртә яҙҙан сәскә атыусы үҫемлектәр ҙә миҙгелдәрҙе “бутап” әле үк сәскә ата башлағандар, ти. Һауа торошоноң үҙгәреүе зообаҡсалағы хайуандарҙың да режимын боҙған. Сөнки йылы һауа температураһы айыуҙарға әүен баҙарына китергә ҡамасаулай, тип хәбәр итә баҡса хеҙмәткәрҙәре.
Бынан тыш, Рәсәйҙең баш ҡалаһында урынлашҡан был зообаҡсала ысын ҡыш килеүен мускуслы үгеҙ (Американың Арктика өлөшөндә һәм Гренландияла йәшәй торған, үгеҙгә лә, һарыҡ тәкәһенә лә оҡшаған ҡуштояҡлы, һалбыр йөнлө хайуан), үткән йәй эсендә тағы ла матурайышып, ҙурайышып киткән Мурма менән Врангель исемле аҡ айыуҙар, Жуи һәм Диндин исемле пандалар ҙа түҙемһеҙлек менән көтәләр икән.