Шоңҡар
+16 °С
Ясно
Новости
19 Ноября 2019, 09:03

Градусник ватылһа....

Көндәр һалҡынайтыу менән күптәр тымау менән йонсой. Ошо ваҡытта ҡул аҫтындағы мөһим нәмәләрҙең береһе булып градусник һанала. Тән температураһын еңел һәм тиҙ билдәләргә ярҙам иткән был ҡоролма ватылып-фәлән китһә, уны тиҙ генә йыйып алмағанда һаулығыбыҙға ҙур зыян килтерәсәге тураһында барығыҙ ҙа хәбәрҙәрҙер. Был ваҡытта нимә эшләргә һуң?

Көндәр һалҡынайтыу менән күптәр тымау менән йонсой. Ошо ваҡытта ҡул аҫтындағы мөһим нәмәләрҙең береһе булып градусник һанала. Тән температураһын еңел һәм тиҙ билдәләргә ярҙам иткән был ҡоролма ватылып-фәлән китһә, уны тиҙ генә йыйып алмағанда һаулығыбыҙға ҙур зыян килтерәсәге тураһында барығыҙ ҙа хәбәрҙәрҙер. Был ваҡытта нимә эшләргә һуң?
БЕРЕНСЕ ҠАҒИҘӘ. Градусник ватылған бүлмәнән балаларҙы, ололарҙы, шул иҫәптән йорт хайуандарын да тиҙерәк сығарырға һәм ишекте ныҡлап ябып ҡуйырға кәрәк.
ИКЕНСЕ ҠАҒИҘӘ. Һауа температураһына бәйле. Әгәр ҙә тышта өйҙәгегә ҡарағанда һалҡыныраҡ икән, тәҙрәләрҙе асырға ярай. Сөнки һауа торошо 18 градустан түбән булһа, терегөмөштән ҡалған матдәләрҙән ҡотолоуы еңелерәк буласаҡ.
ӨСӨНСӨ ҠАҒИҘӘ. Ватылған градусник менән икәүҙән-икәү генә ҡалғанда һаҡланыу сараһын күреү. Бының өсөн резина бирсәткәләр, биткә һыу менән дымланған маска, аяҡтарға полиэтилен шыптырҙар кейергә кәрәк.
ДҮРТЕНСЕ ИҢ МӨҺИМ ҠАҒИҘӘ. Градусниктың, терегөмөш металының тирә-яҡҡа тәгәрәгән ҡалдыҡтарын йыйыу. Бының өсөн һалҡын һыу һалынған (марганцовка ҡушылған булһа тағы ла яҡшыраҡ), ҡапҡасы ныҡлы ябыла торған банкаға оло терегөмөш тамсыларын шприц йәки резина груша менән йыйып һалырға, һуңынан бәләкәс кенә, күҙгә лә күренмәҫтәйҙәренән скотч йә лейкопластырь ярҙамында ҡотолаһың. Аҙаҡ хлорлы һыу менән иҙәнде ентекләп йыуырға кәрәк. Ике-өс аҙна дауамында был бүлмә йыш елләтелеп, еүеш сепрәк менән туҙаны һөртөлөп, хлорлы һыу менән иҙәне йыш йыуылып торһа, бәләләрҙән эҙһеҙ генә ҡотолоп була, тип билдәләй белгестәр. Ә терегөмөш тамсылары һалынған банканың ҡапҡасын ныҡлап ябып һәм уны йыйыуҙа ҡулланылған нәмәләрҙе шыптырға урап һалып торорға һәм 112 номерына шылтыратып, килеп алыуҙарын һорарға кәрәк.
ИҪКӘРМӘ! Градусник ватылһа, уны пылесос менән һурҙыртырға, һепертке менән һеперергә ярамай! Сөнки пылесос эсенә эләккәндәре йылы һауаға ҡушылып сығып, зыян ғына килтерәсәк. Һеперткелә ҡалған зарарлы матдәләр һепергән һайын таралып ҡына торасаҡ. Әгәр градусник диванда, балаҫта, йә өҫтөгөҙҙә ватылһа, махсус таҙартыу органдарына хәбәр итергә йә йәл булһа ла, уларҙы ташларға тура киләсәк.
Читайте нас