Шоңҡар
+27 °С
Облачно
Новости
19 Ноября 2019, 06:25

Һәләтле студенттар ай һайын 20 мең һум аласаҡ

#ВладимирПутин

Бөгөнгө көндә студенттарға уҡыу һәм үҫешеү өсөн бар мөмкинлектәр ҙә бар, теләгең генә булһын, ялҡауың килмәһен. Университетта үҙеңә теләгән берәй түңәрәкте, үҫеш майҙансығын һайлап, шунда даими шөғөлләнергә мөмкин. 2014 йылдан башлап түбән тәгәрәгән стипендия ла бер аҙ артты. Бына күптән түгел Рәсәй Президенты Владимир Путин һәләттәрен күрһәткән йәштәргә өҫтәмә дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Был документ хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
– 2020 йылдың 1 сентябренән Рәсәй Федерацияһы Президенты гранттары һанын 6 мең 500-гә тиклем арттырырға, – тиелә унда.
2020/2021 уҡыу йылында һәләттәрен күрһәткән һәм юғары уңыштарға ирешкән студенттар өсөн ай һайын 20 мең һум күләмендә президент гранты түләнәсәк.


Читайте нас