Шоңҡар
+23 °С
Ясно
Новости
19 Ноября 2019, 06:58

Республикала табиптар һаны артҡан

#нацпроекты

Башҡортостанда медицина ойошмаларында эшләгән табиптар һаны 371 кешегә артҡан. Был хаҡта “Башинформ” агентлығы хәбәр итә. Башланғыс звенола 234, ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтенең штаты 22 хеҙмәткәргә артҡан.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә быйыл «Ауыл табибы» федераль программаһы сиктәрендә Башҡортостандың 99 табибы — 1 миллион, 10 фельдшер 500 мең һум аласағын һөйләне. Түләү 1 декабргә тамамланырға тейеш. Тағы 72 фельдшерға «Ауыл фельдшеры» республика программаһы буйынса 500 мең һум түләнә.
«Ауыл фельдшеры» программаһына эләкмәгән 150 фельдшерға ла 1 миллион һум бирелгән. Коллегалары менән бергә бер миллион һум алған 8 табип та ошо исемлеккә индерелгән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән башланған программа буйынса 135 тар йүнәлешле белгескә бер миллион һум түләнгән. Маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡыған 1033 студентҡа — 5 мең һум, ә 416 ординаторға 8 мең һум тапшырыла.
Табиптар һанының артыуы "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының бер хеҙмәт емеше булып тора.

Читайте нас