Ниһайәт, Рәсәй хөкүмәте бер йәш ярымдан өс йәшкә ҡәҙәр түләнә торған 50 һум балалар пособиеһын йәшәү минимумына тиклем күтәреү тураһындағы закон проектын раҫланы.
Әлеге Президент указы рәсми интернет-порталында теркәлгән.
Бөгөнгө көндә эшләгән әсәйҙәр йәки баланы тәрбиәгә алған туғандары, шулай уҡ бала тәрбиәләү буйынса ялда булған хәрби ҡатын-ҡыҙҙар ғаиләһенә ваҡытлыса ярҙам сифатында балаға өс йәш тулғансы 50 һум күләмендәге айлыҡ компенсация түләнә. Уның күләме 1994 йылда билдәләнгән булған.
Түләүҙәргә ҡағылышлы яңы закон 2020 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инәсәк һәм ошо арауыҡта бала тәрбиәләү буйынса ялға сыҡҡан ҡатындар был ярҙамға дәғүә итә аласаҡ.
Ғаилә килеме 45 мең һумға тирәһе булған ғаиләләр 1 ғинуарҙан бала пособиеһын уртаса 10 мең һум күләмендә алыуға өмөт итә ала.