Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2019, 15:10

"Аҡса тәхете"ндә байлыҡ тәтерме?

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә "Аҡса тәхете Х10" тип исемләнгән Рәсәйҙә иң ҡиммәтле арт-объекттың ябыҡ презентацияһы үтте.

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә "Аҡса тәхете Х10" тип исемләнгән Рәсәйҙә иң ҡиммәтле арт-объекттың ябыҡ презентацияһы үтте. Был саранан Анфиса Чехова, Лилия Абрамова, Оскар Хартманн, Евгения Феофилактова, Олег Покровский, Маргарита Позоян, Сергей Теплых, Меседа Багаудинова, Сергей Ручьев, Марта Тиш кеүек "йондоҙ"ҙар ситтә ҡалманы. Улай ғына ла түгел, улар бер миллион доллар күләмендәге аҡсанан көс-ҡеүәт тә алған.
Ни өсөн бер миллион долларҙан тиһегеҙме? Сөнки әлеге тәхет ныҡлы быяланан эшләнгән, ә уның эсе бер миллиона доллар менән тултырылған икән! Был үҙенсәлекле объект төҙөү идеяһы Санкт-Петербург ҡалаһынан рәссам Алексей Сергиенко һәм билдәле Рәсәй бизнесмены Игорь Рыбаковтың башына килгән. Forbes журналы фекеренсә, был эшҡыуар донъялағы иң бай кешеләрҙең исемлегенә ингән, уның мөлкәте 1,3 млрд. доллар тәшкил итә.

Авторҙарҙың уйынса, әлеге ҡиммәтле тәхетте күргән, улай ғына ла түгел, хатта 1 миллион доллар өҫтөндә ултырып, кеше үҙен байтаҡ ҡына бөйөк эштәргә дәртләндерә ала. Ысынлап та, "йондоҙ"ҙар быны үҙ тәжрибәһендә татып ҡараған да инде. Хәйер, "Аҡса тәхет"е бәхет килтерерме? Уныһын ваҡыт күрһәтер.

Әйткәндәй, һеҙҙең дә был аҡсалы быяла тәхеттә ултырып ҡарау теләге бар икән, уны Мәскәүҙә «Арма» заводы янында «Эмоциялар музейы»нда таба алаһығыҙ.
Читайте нас: